+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 20:13

Ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса...

Һыуығай (ғинуар) булыуына ҡарамаҫтан Башҡортостанда бишенсе көн инде аномаль йылылыҡ күҙәтелә. Көндөҙ юлдарҙа ҡар һыуҙары сылтырап аҡһа, кисен боҙлауыҡ күҙәтелә.

Һыуығай (ғинуар) булыуына ҡарамаҫтан Башҡортостанда бишенсе көн инде аномаль йылылыҡ күҙәтелә. Көндөҙ юлдарҙа ҡар һыуҙары сылтырап аҡһа, кисен боҙлауыҡ күҙәтелә.
Салауат районының Малаяҙ ауылында Шәйҙәле йылғаһы буйындағы талдар ҙа, яҙ килгән икән тип уйлап, бөрөләр ебәргән. Бына-бына япраҡ ярырға әҙерләнгән талдарҙы саңғысылар күреп ҡалып, фотоға төшөрөп алған.
Ошондай күренеш 2018 йылды ҡаршылар алдынан Өфөнөң сипайлово биҫтәһендә күҙәтелгән. Ул ваҡытта ла тал бөрөләре яңлыш “уянған” булған.
Читайте нас: