2 февраль баш ҡалала ете меңдән ашыу киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән ауырыусылар һаны ете меңдән артҡан ине.
Өфө хаҡимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә 6 февральгә 6 мәктәптә эпидемия иғлан ителгән.
Тағы ла Өфөнөң 17 мәктәбендә 150 класс карантинға ябылған.
Ә бөгөн “Аманат” журналына Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы баш ҡаланың бөтә мәктәптәре лә 10 февралдән 17 февралгә тиклем карантинға ябыла тип хәбәр иттеләр. Уҡыу дистанцион режимға күсә.