+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 20:01

Ай менән Зөһрә йондоҙо ысынбарлыҡта ла осраша

Ай менән Зөһрә йондоҙо тураһында башҡорт халыҡ риүәйәтен уҡығанығыҙ барҙыр. Ысынында ла был ике есем бер-береһенә яҡын уҡ килә. Ышанмаһағыҙ, бөгөн төнөн күккә ҡарағыҙ.

Борон-борон заманда йәшәгән ти, Зөһрә исемле ҡыҙ. Уның әсәһе үлеп ҡалған да, атаһы үгәй әсә алып ҡайта. Үгәй әсәй ҡыҙҙы яратмай, эшләтә лә эшләтә. ... "Мискәгә һыу тултыр. Тултырмаһаң, өйгә индермәйем!" - ти ул. Зөһрә төнгә саҡлы һыу ташый, ә мискә тулмай ҙа тулмай икән. Үгәй әсә мискәне тишкән икән. Ҡыҙ, хәле бөтөп, йығыла һәм илай-илай айға ялбара: "Ай, ал мине үҙеңә", - ти. Ай нурын һуҙа ла уны үҙенә ала. Зөһрә әле лә көйәнтә менән айҙа тора...
Был риүәйәтте бер ҙә юҡтан уйлап тапмаған ата-бабаларыбыҙ. Ысынлап та Ай, күк йөҙөндәге иң яҡты йондоҙ - Зөһрә йондоҙо (уны шулай уҡ Сулпан йондоҙо тип тә атайҙар) менән ҡайһы берҙә осрашып та ҡуя икән. Бөгөн кис сәғәт 23.00-дән һуң был күренеште күҙәтергә була. Күк йөҙөн болот ҡаплап ҡуймаһа инде, әлбиттә.
Зөһрә йондоҙо, йәғни - Сулпандың урыҫса атамаһы - Венера. Ул Ҡояш системаһында рәт буйынса икенсе планета һәм ул - иң ҡыҙыуы. Ҡояш һәм Айҙан ҡала, был йондоҙ - иң яҡтыһы тип иҫәпләнә.
Читайте нас: