Брифингта һүҙ тулыһынса изоляцияға күсеү хаҡында барҙы. Бөгөн 20.00 сәғәттән яңы режимға күсəбеҙ. Уның буйынса, артыҡ мохтажлыҡ булмағанда өйҙəн сығырға тəҡдим ителмəй. Ашығыс медицина ярҙамы кəрəк булғанда, шулай уҡ аҙыҡтүлек һəм хужалыҡ кəрəк-яраҡтары һатып алыу өсөн йортҡа яҡын урынлашҡан магазинға сығырға ярай. Эшкə йөрөүселəргə иһə махсус пропусктар бирелə. Ҡалаларҙа парктар, скверҙар ябыла. Əммə ҡайһы бер кешелəр күҙаллауынса, баш ҡалаға юлдар ябылмай. Кемдəр тулы изоляция режимын инҡар итə, хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан уларға ҡарата протокол төҙөлөүе ихтимал. Инфекцияға таралыуға юл ҡуймауҙың иң ябай ысулы - өйҙə генə ултырыу. Брифингта ҡатнашыусылар был фекерҙе йəнə халыҡҡа еткерергə тырышты.