+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 17:51

Башҡортостан мәктәптәре яйлап берҙәм мәктәп формаһына күсә башлай

1 сентябрҙән Башҡортостандың дүрт районындағы мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә. Төбәктең Мәғариф министрлығы ата-әсәләргә балаларҙың кейем размерын ҡарап, мәктәпкә хәбәр итергә саҡыра.

1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарында 1-5 синыф уҡыусылары уҡыуға берҙәм мәктәп формаһында йөрөй башлаясаҡ. Был райондар пилот проекты булараҡ алынған.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн мәктәп формаһы коллекцияһын Башҡортостандың Еңел сәнәғәт ассоциацияһы менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты тәҡдим итә. Был кейемдәр балаларҙың йәшенә, һауа торошона нигеҙләнеп тегелә. Сифатлы ла, хаҡы ла әллә ни юғары булмаясаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр.
Форманың үҙенсәлеге шунда - республика символикаһы менән мәктәптең гербы төшөрөлгән шеврон менән биҙәләсәк.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ата-әсәләргә балаларҙың кейем размерын ҡарап, мәктәпкә хәбәр итергә саҡыра. Кейемде теккәндә етештереүсе баланың йәй айҙарында үҫеүен күҙ уңында тотасаҡ.
Ата-әсәләр мәктәп формаһының оҡшаған моделдәрен ошо һылтанма аша инеп, һайлай ала.
Йәй айҙарында үрҙә һаналып үтелгән райондарҙа мәктәп формаһы коллекцияһын күрһәтеү ойошторола. Унда ата-әсәләр үҙ күҙҙәре менән кейем-һалымдың сифаты, тегелеше менән танышасаҡ.
Читайте нас: