+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 12:47

Гөлнур Ҡолһарина: Конституцияға төҙəтмəлəр индереү буйынса тауыш биреү үтмəне əле, ə унда яҙылған гарантиялар ғəмəлгə ашырыла ла башланы

БР Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йəмғиəте рəйесе Гөлнур Ҡолһаринаның Конституция буйынса фекере:

БР Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йəмғиəте рəйесе Гөлнур Ҡолһаринаның Конституция буйынса фекере:
«Уйлаһаң, бында бер ниндəй ҙə феномен юҡ. Владимир Путиндың 20 йыллыҡ хеҙмəте һəм уның етəкселегендəге ил үҫеше үҙ емештəрен бирə. Бөгөн бизнесҡа һəм мəшғүллеккə булышлыҡ итеү Конституцияла хеҙмəт кешеһе хоҡуҡтарын нығытыусы тəҡдимдəрҙе сағылдыра. Ғаилəлəргə балалар аҡсаһы түлəү дəүлəттең йəш быуынды хəстəрлəүен күрһəтə. Һаулыҡ һаҡлау системаһының вирусҡа ҡаршы уңышлы көрəшеүе, медицина ярҙамының һəр кемгə барып етəсəге хаҡында һөйлəй... Конституцияға төҙəтмəлəр əле үк беҙҙең тормошҡа килеп инде. Тауыш биреү үтмəһə лə, төҙəтмəлəргə ярашлы үҙгəрештəр ғəмəлдə. Тауыш биреү көнө Рəсəй граждандарының һаулығын уйлап, үҙгəртелде. Президент та, кеше һаулығынан да мөһимерəк нəмə юҡ, тип белдерҙе. Үткəн аҙнала РФ Үҙəк һайлау комиссияһы һайлау участкаларында буласаҡ санитар стандарттарҙы раҫланы. Эксперттар əйтеүенсə, тауыш биреүгə килеү магазинға барыуға ҡарағанда ла хəүефһеҙерəк буласаҡ. Əйткəндəй, тауыш биреү 1 июлгə тиклем алты көн алдан башланасағы ла ҡарала».
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: