+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 14:54

16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә июлдә лә 10 мең һум түләнә

Был аҡсаны нисек итеп юллап алырға була икән? Тулыраҡ - сайтта.

Кисә Владимир Путин яңы мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул унда халыҡҡа артабан ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк, шуның турала ла бәйән итте. Ул июлдә лә 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр балаға 10-шар мең түләргә тәҡдим итте.
Июндә был түләүҙе алғандар киләһе айҙа автоматик рәүештә уны ала, бер ниндәй ҙә документ, ғариза талап ителмәй. Кемдәр быға тиклем был аҡсаны алмаған, уларға Пенсия фонды бүлексәләрендә, йәки "Госуслуги" порталы аша юлларға кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: