- Дәүләттең төп документы төҙәтмәләренә тауыш биреү актив бара. Тауыш биреүселәрҙең һаулығын һаҡлау маҡсатында бөтә санитар нормаларҙы күҙ уңында тотоп хеҙмәтләндерәбеҙ. Уларҙың һәр береһенә битлек, бирсәткә, бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка бирелә. Участкала 12 кеше эшләй. 65 йәштән өлкәндәр өсөн күсмә һайлау төркөмө эшләне. Бында ла комиссия ағзаларын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ҙур теләк менән тауыш бирҙеләр, - ти участка председателе Е.В. Ишбирҙина.