«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙән Башҡортостандың Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә. Был муниципалитеттарҙа һынау проекты сифатында берҙәм мәктәп формаһын индерә башлайҙар.