+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 14:44

Һәйбәт уҡыған өсөн - 125 мең һум

Быйыл Рәсәйҙә 850 уҡыусыға 125 мең һумлыҡ грант биреләсәк. Был исемлеккә инер өсн ни эшләргә? Тулырраҡ - сайтта.

"Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль проекты сиктәрендә быйыл Рәсәйҙә 850 уҡыусыға 125 мең һумлыҡ грант биреләсәк. Уға математика, информатика кеүек теүәл фәндәрҙән профилле олимпиадаларҙа, конкурстарҙа 2018-2019 уҡыу йылында төрлө ҡаҙаныштары булған уҡыусылар дәғүә итә ала. Шулай уҡ математика, информатика һәм һанлы технологиялар фәндәре буйынса ғилми-тикшереү эштәре өсөн наградалары, йәки приздары булған, патент һәм таныҡлыҡ алған балалар ҙа грант ала ала.
Грантҡа ғаризаны 14 йәше тулған уҡыусы "Госуслуги" порталы аша үҙе ебәрә, йәки йәше тулмаһа, уның исеменән ата-әсәһе, йәки опекуны ебәрә ала. Иң мөһиме - гнатҡа дәғүә итеүсенең йәше 18-ҙән үтмәҫкә тейеш. Һәр ҡаатнашыусы талантыроссии.рф. ресурсында теркәлгән булырға тейеш.
Ғаризалар 1 сентябрҙән 10 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Грант "Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль проекты сиктәрендә түләнәсәк.

Читайте нас: