+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 14:25

Уҡыусыларҙы йәнә дистантҡа ебәрә башлағандар

Мәктәптәр эшләй башлауына бер аҙна ғына ваҡыт үтте. Әммә ошо ваҡыт эсендә, тажвирус йоҡтороп, ҡабаттан дистанцион уҡыуға күсеүсе уҡыусылар һаны 323-кә еткән.

Мәктәптәр эшләй башлауына бер аҙна ғына ваҡыт үтте. Әммә ошо ваҡыт эсендә, тажвирус йоҡтороп, ҡабаттан дистанцион уҡыуға күсеүсе уҡыусылар һаны 323-кә еткән.
Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.
- Алдан күҙаллауыбыҙса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә сир йоҡтороусылар барлығы күренә башланы. Уларҙы коллективтан айырып, һауыҡҡанс дистанцион уҡыуға күсереү эштәре бара. Вирустың инкубацион осоро тағы бер-ике аҙнана үтә. Шулай булғас, оҙаҡ көтөргә ҡалманы, - тине ул.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, әгәр ҙә синыфта тажвирус табылһа, тотош синыфты үҙизоляцияға ебәрәләр. Әлеге ваҡытта Ишмбай, Иглин, Мәләүез райондарында 323 уҡыусы ҡабаттан дистанцион уҡыуға күсергә мәжбүр булған.
Читайте нас: