+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 18:22

Баймаҡтар килгәнгә беҙҙекеләр еңгәндер ул

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы бөгөн Ҡаҙандың "Аҡ барыҫ"ы менән осраша. Быға тиклем беҙҙекеләр һынатманы. Айырыуса, аҙаҡҡы, 15 сентябрҙә үткән уйында "Торпедо"ны тар-мар итте. Бының сере...

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы бөгөн Ҡаҙандың "Аҡ барыҫ"ы менән осраша. Быға тиклем беҙҙекеләр һынатманы. Айырыуса, аҙаҡҡы, 15 сентябрҙә үткән уйында "Торпедо"ны тар-мар итте.
Был уйында көйәрмәндәр араһында Баймаҡ ҡалаһының "Комета" үҫмерҙәр хоккей клубы ла булған. "Өфө-Арена"ға улар республика башлығы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса килгән.
Баймаҡ хоккейсылары өс йәштән үк ошо йүнәлештә шөғөлләнә. Район кимәлендәге ярыштарҙа һәр ваҡыт беренсе урындар яулай, Урал Аръяғы зонаһында призер булғандар. Үткән йыл Сибай ҡалаһында "Алтын шайба" турнирында команда призер булған, иң яҡшы уйынсы исеменә Эмиль Шәрипов менән Константин Аксенов лайыҡ булһа, иң яҡшы ҡапҡасы булып Раян Арыҫланов танылған.
Читайте нас: