+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 14:54

Диалект үҙенсәлектәрен һәм халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнәләр

Әлеге ваҡытта Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранттары һәм уҡытыусыларынан төҙөлгән бер-нисә төркөм Асҡын, Благовар, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында экспедицияла булған. Улар урындағы диалект үҙенсәлектәрен, халыҡ ижады өлгөләрен ҡағыҙға төшөрөп алған.

Башҡорт дәүләт университеты республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында этнолингвокультурологик экспедициялар уҙғара. Был проект Башҡортостан Башлығы грантына башҡарыла.
Әлеге ваҡытта Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранттары һәм уҡытыусыларынан төҙөлгән бер-нисә төркөм Асҡын, Благовар, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында экспедицияла булған. Улар урындағы диалект үҙенсәлектәрен, халыҡ ижады өлгөләрен ҡағыҙға төшөрөп алған.
2020 йыл – Башҡорт теле йылы сиктәрендә мәҙәни һәм фәнни саралар үткәрелеп килә. Мәҫәлән, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм һәм Юлдаш радиоһы әҙерләгән “Таныш булығыҙ, башҡорт теле” подкасты донъя күрә.
Силәбе өлкәһендә дистанцион форматта Кәтибә Кинйәбулатова көндәре дауам итә.
24-25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы үтәсәк.
26 сентябрҙә Салауат районының Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейы асылыуға 55 йыл тулыу айҡанлы, байрам сараһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ был көндә республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә “Һылыуҡай” конкурсының һайлап алыу туры үтәсәк.
Фото: Bash.news
Читайте нас: