-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 14:21

Уҙған тәүлектә республикала тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған

Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 10 330 осрағы теркәлгән.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы 83 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 10 330 осрағы теркәлгән.

Әлеге ваҡытта 189 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу кеше һауығып сыҡҡан.

«Ауырыу кимәле 100 мең кешегә 250 тәшкил итә. Үҫеш темпы 0,8», — тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры.Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан дауаханаларҙа COVID-19 һәм пневмония йоҡторған пациенттарҙың ятыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Республикала инфекция йүнәлешендәге 4 680 койка иҫәпләнә. Хәҙерге ваҡытта уларҙың 3 800-ө буш түгел, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Буш койка фондының өлөшө 32% ашыу тәшкил итә.

Рәзил Бикбулатов фотоһы

Читайте нас: