Республиканың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, фән докторы Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов мәрхүм булған.
Мәғлүм булыуынса, Әмир Ишемғолов йәй көнө коронавирус сирен үткәргән, әле пневмониянан дауаланған. Уға ни бары 60 йәш ине....
Әмир Ишемғолов Күгәрсен районының Әлимғол ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Районда эшләгәндән һуң Өфөгә күсә. Башҡортостан фәнни-тикшеренеү проект-технология институтының малсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, “Элита” фәнни етештереү предприятиеһының директоры булып эшләй. 1998 йылдан республиканың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәген етәкләй.
2013 йылдан - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, 2015-2018 йылдарҙа - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы рәйесе.
Журналыбыҙ мөхәрририәте мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ теләй.