Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә коронавирустан прививка эшләй башланылар. Был хаҡта дауахананың баш табибы Шамил Булатов Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте.
«Дауаханабыҙ коллективы коронавирус инфекцияһынан күләмле вакцинацияға ҡушылды. Хәҙер был – ысынбарлыҡ. Бөгөнгә – һуңғы йылдарҙа оҙаҡ көтөп алынған вакцинация», — тип яҙҙы ул.
Табип әйтеүенсә, прививка тәү сиратта сир йоҡтороу хәүефе янағандарға яһала. Улар – ҡабул итеү-диагностика, дауалау бүлексәләре һәм консультация поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре. Прививка алдынан уларҙың һәр береһе медицина тикшереүе үтергә, бер кемдә лә йоғошло ауырыу йәки хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеү билдәләре булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ антиесемдәргә анализ биреү мотлаҡ.
Шамил Булатов һүҙҙәренсә, препараттың икенсе компонентын индереү уҙып барған йылдың һуңғы көндәренә планлаштырылған.
«Эйе, вакцинация кешенең сирләмәүен гарантияламай. Әгәр ҙә инде ошо инфекцияны эләктерһә, ауырыуҙы еңелерәк үткәрә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм һау-сәләмәт булығыҙ», — тип өҫтәне Республика клиник дауаханаһының баш табибы.