"Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!" акцияһына дәррәү ҡушылыусы Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 4-се һәм 6-сы “А” синыфы журналыбыҙҙың маҡтау билдәләренә лайыҡ булды. Ә уларҙың синыф етәкселәре Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡоваға һәм Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатоваға журналға яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт кәлимәләре тапшырыла.
Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең 2-се, 4-се һәм 8-се синыфтары ла акциянан ситтә ҡалманы. Уларға ла маҡтау ҡағыҙҙары юллана. Ә синыф етәкселәре – Ғәлиә Фауарис ҡыҙы Баязитова менән Алина Илдус ҡыҙы Баязитова иһә рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнә. Шулай уҡ Ҡолғана мәктәбе етәксеһе Әлимә Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллинаны ла беҙ мәктәпте журналға яҙҙырыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Рәхмәт кәлимәһе менән тәбрикләйбеҙ, ә мәктәп коллективына берҙәм булғандары өсөн Маҡтау билдәһе тапшырабыҙ.
Бөрйән районында бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа яҙылыусы тағы бер белем усағы бар. Мәһәҙей мәктәбе коллективын да баҫмабыҙға күмәкләшеп яҙылғандары өсөн Маҡтау билдәһе менән бүләкләйбеҙ.