Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 14:54

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә ҡайҙа барырға: Terra Zima фестивале программаһы

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә Terra Zima фестивале ойошторола: ул 1 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Вәғәҙәләр йүгереүенән башлана.

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә Terra Zima фестивале ойошторола: ул 1 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Вәғәҙәләр йүгереүенән башлана.
Шулай уҡ 2021 йылдың тәүге көнөндә яңы йыл карнавалы була.
«Ватан» этнопаркында карнавал костюмдары парады киске 6-ла башлана.
Киске 7-се 30 минутта – театрлаштырылған тамаша, унан һуң сәғәт 10-ға тиклем уйындар, йыр-бейеү һәм әйлән-бәйлән.
2 ғинуарҙа – «Ҡышҡы һабантуй». «Ватан» этнопаркында көндөҙгө 12-лә сәхнәлә һәм майҙансыҡта уйын күңел асыу программаһы башлана. Самауырҙар конкурсы, саңғы-уҡ биатлоны ҡаралған. Саралар киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә.
3 ғинуарҙа «Ҡыш бабайҙар» парады була. Күңел асыу программаһы – көндөҙгө 12-лә, ә теркәү 1-ҙә башлана. Сәғәт 2-лә – Ҡарһылыуҙар парады, дефиле һәм флешмоб. Жюри фекере буйынса иң күп тауыш йыйған Ҡарһылыу 100 мең һум менән бүләкләнә. Сәғәт 3-тә Анна Семеновичтың концерты башлана.
Ат-сана экипаждары парады 2021 йылдың 4 ғинуарында була, көндөҙгө икелә башлана (теркәлеү 12-лә). Күңел асыу программаһы – 4-тә.
Читайте нас в