+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:12

"Аманат"ҡа яҙылыуҙы ойоштороусыларға рәхмәт!

Журналға бөтөн синыф менән яҙылыусыларға, шулай уҡ яҙылыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлек күрһәткән дуҫтарыбыҙға маҡтау билдәләрен һәм рәхмәт кәлимәләрен ебәрәбеҙ.

Ғафури районы Юлыҡ мәктәбенең бөтөн синыф менән 2021 йылдың тәүге яртыһына "Аманат"ҡа яҙылыусы 5-се синыфы (етәксеһе - Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова) , шулай уҡ журналға яҙылыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Бөрйән районы Байназар почта элемтәһе бүлексәһенең Мәһәҙей ауылы почтальонкаһы Фәнисә Факил ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға Маҡтау билдәләрен тапшырабыҙ. Рәхмәт кәлимәһе менән Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнөң өлкән тәрбиәсеһе Нәзифә Әмин ҡыҙы Шаһимәрҙәнова бүләкләнә.
Ҙур рәхмәт һеҙгә, тоғро дуҫтарыбыҙ!
Читайте нас: