13 ғинуар - Рәсәй матбуғаты көнө. Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газит-журнал таратыусыларҙың дә байрамы.
Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө баҫма нәшер ителә, республикала 1 меңгә яҡын традицион һәм 200 самаһы электрон баҫма иҫәпләнә.
Журналистарҙың һәм матбуғат баҫмаларында эшләүсе башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы беренсе тапҡыр СССР-ҙа булдырыла. РСФСР Юғары советының указына ярашлы, 13 ғинуарҙағы «Рәсәй матбуғаты көнө» тигән яңы атамалы һөнәри байрам большевиктарҙың «Правда» гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан булдырылып, элекке Советтар Союзы биләмәләрендә һәр йыл 5 майҙағы тантаналы шарттарҙа үткәрелгән «Совет матбуғаты көнө»нә алмашҡа килә.
Фотола Шәриф Биҡҡол, журналист, мөхәррир. "Пионер" (әлеге "Аманат") журналының һәм "Башҡортостан пионеры" (әлеге" Йәншишмә") гәзитенең мөхәррире булып оҙаҡ йылдар эшләгән әҙип.