+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
28 Января 2021, 06:59

Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло була.
Урыны менән бер аҙ епшек ҡар, томан, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ – 0, минус 5 градус.
Юлдарҙың айырым участкаларында томанда күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип өҫтәне синоптиктар.
Читайте нас