+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
17 Марта 2021, 05:52

«Бирешмә!» балалар премияһы

Башҡортостанда 405 үҫмер «Бирешмә!» балалар премияһына дәғүә итә

Быйыл Башҡортостанда 405 үҫмер «Бирешмә!» балалар премияһына дәғүә итә. 21 мартта киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларының бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу, «Бирешмә!» төркөмөнөң һәм популяр йәш йырсыларҙың йырҙарын тыңлау мөмкинлеге бар.

Республикала билдәле йәштәрҙән торған жюри ете номинация буйынса еңеүселәрҙе һайлап алды.

«Күп балаларҙың яҙмышы еңелдән түгел. Ләкин улар бирешмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға, маҡсатына, хыялына табан атлай. Ошо премия өсөн «Тамыр» телеканалына ҙур рәхмәт», — ти жюри ағзаһы, блогер, йәш эшҡыуар Динар Шаһиев.

«Быйыл беҙ 405 ғариза алдыҡ! Үҫмерҙәрҙең әүҙемлегенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Тимәк, күпме изге эштәр башҡарылған, күпме бала тормошта үҙ юлын табып, маҡсатына табан бара. Ә иң мөһиме – күпме бала үҙ ҡылығын баһалай, күптәргә хас булған оялсанлығын еңеп, үҙен күрһәтә ала, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм фән министрлығына, Башҡортостан юлдаш телеканалына, «Юлдаш» радиоһына мәғлүмәти яҡтан ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».

«Тамыр» балалар телеканалының үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы киҫкен социаль әһәмиәткә эйә булды, үҫмерлек осрондағы ҡыйынлыҡтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар проблемаһына, йәштәрҙең үҙ-үҙен эҙләүе мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итте. Былтыр сериалдың икенсе миҙгеле төшөрөлдө. Был – Рәсәйҙең төбәк телевидениеһы өсөн мөһим ваҡиға.

Читайте нас