+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 15:40

Бөгөн – Таксистар көнө

Такси һүҙе француздарҙың “такс” һүҙенән алынған, йәғни “түләү” тигәнде аңлата.

1907 йылдың 22 мартында Лондон урамдарында махсус һанағыстар менән йыһазландырылған беренсе машиналар юлға сыға. Ана шул һанау аппараттарын “таксиметр” тип йөрөткәндәр. Рәсәйҙә лә шул уҡ йылды күренә башлай улар. 1912 йылда Мәскәүҙә барлығы 230 такси машинаһы йөрөгән. Ә төҫтәренә килгәндә, Лондонда – ҡара, Германияла – көрән, Таиландта – алһыу , Сингапурҙа асыҡ зәңгәр икән. Ә Вьетнамда такси хеҙмәтен филдәр башҡара.
Читайте нас: