22 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар араһында – биш, хеҙмәткәрҙәр араһында 18 сирле теркәлгән.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарамаҫтан, тынысланырға ярамай. «Хәҙер сирҙең таралыуына юл ҡуймау бик мөһим», тине ул.