+15 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
24 Марта 2021, 14:57

Башҡортостанда йөк машинаһы менән юл фажиғәһендә еңел автомобилдәге биш бала зыян күргән

24 мартта иртән Йылайыр районында ике машина: «ГАЗ-53» йөк машинаһы һәм «ВАЗ-2110» еңел автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Машиналарҙа ете кеше булған, уларҙың бишәүһе – балалар.

24 мартта иртән Йылайыр районында ике машина: «ГАЗ-53» йөк машинаһы һәм «ВАЗ-2110» еңел автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Машиналарҙа ете кеше булған, уларҙың бишәүһе – балалар.
Ваҡиға урынына килеп еткән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уларға машинанан сығырға ярҙам иткән. Юл фажиғәһендә ҡорбандар юҡ, ләкин бөтә балалар ҙа имгәнгән.
Авария Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлында булған.
«ВАЗ-2110» рулендәге 46 йәшлек ир төп юлға сыҡҡанда «ГАЗ» йөк машинаһына юл бирмәгән һәм уның менән бәрелешкән. Йөк машинаһы ҡаршыға килгән Hyundai Accent автомобиленә һуғылған. Аварияла «Лада»ның биш пассажиры, 5-8-се класс уҡыусылары, зыян күргән. Балалар Япарһаҙ ауылынан Матрай ауылына уҡырға китеп барған» , — тип белдерҙеләр республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Балалар Сибай дауаханаһына ебәрелгән.
Читайте нас