Үҙе йәшәгән урынға яҡын мәктәпкә, шулай уҡ апай-ағайҙары уҡыған белем усағына алыныу буйынса өҫтөнлөктәре булған балалар өсөн документтар тапшырыу ваҡыты 1 апрелдән башлана һәм 30 июндә тамамлана. Яңы ҡанун буйынса мәктәпкә ҡабул итеү тураһындағы бойороҡто директор 30 июндән һуң 3 көн эсендә әҙерләргә тейеш. Йәғни тәүҙә документтар ҡабул ителә, шунан һуң ғына бойороҡтар сығарыла башлай. Ә йәшәгән урыны буйынса мәктәпкә беркетелмәгән осраҡта ғаризаны 6 июлдән бирергә кәрәк. Һеҙ теләгән белем усағында урын булһа, баланы уҡырға алырға тейештәр. Урын юҡ икән, мәғариф идаралығы икенсе мәктәпкә урынлашырға ярҙам итәсәк.