+13 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
11 Мая 2021, 05:23

Башҡортостандың көнсығыш райондарында төтөнгә зарланалар

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала урман янғындары юҡ. Төтөн күрше өлкәнән килә, тип яуап биргән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала урман янғындары юҡ. Төтөн күрше өлкәнән килә, тип яуап биргән. Ысынлапта, күрше Силәбе өлкәһендә 150 гектарҙан ашыу урман яна икән. Шуның төтөнө Белорет, Учалы һәм Әбйәлил райондарына килеп еткән.
Белорет районынан Шығай, Сосновка, Сәрмән, Тирлән ауыл биләмәләренән һәм Белорет ҡалаһынан, Учалы районы Мәхмүт ауылынан, Әбйәлил районы Ҡолаҡас ауылынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр иткәндәр.
Фото: Олег РУКАВИЦЫН
Читайте нас