+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
14 Мая 2021, 04:16

Шайморатов вариҫтарына – яңы китап

“Шайморатов вариҫтары” акцияһы дауам итә. Салауат ҡалаһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Ат уйнатып алдан бара" спектакле күрһәтелде. Уны ҡуйыусы режиссер - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев.

Спектакль алдынан тамашасыларҙы «Шайморатов вариҫтары —легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» исемле баҫма менән таныштырыу булды. Залда ошо баҫманы сығарыуға өлөш индергән активистар ҙа бар. Улар Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Дивизия яугирҙарының вариҫтарына Хөрмәтулла Үтәшев китап та тапшырҙы.
Фирҙәүес Ғәзизованың атаһы Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы данлыҡлы дивизияла элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ул Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында тыуған, 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫа.
“Атайыбыҙ һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта. Әсәйем менән 5 балаға ғүмер бирҙеләр. Һуғыш тураһында һөйләшергә яратманы ул, беҙҙең дә һорашып ҡалырға баш етмәгән - хәҙер бик үкенәбеҙ. Берлинға етер алдынан ҡаты яраланғанын беләбеҙ. Бер ай госпиталдә дауаланғас, һуңынан Берлинды барып күрә. Һуғыштан һуң тыуған ауылында кибеттә һатыусы булып эшләне, һуңынан Стәрлетамаҡҡа күстек” ,- тип хәтерләй Фирҙәүес Ғәзизова.
“Шайморатов вариҫтары” акцияһы иғлан ителгәс тә, Фирҙәүес Ғәзизова атаһы тураһында мәғлүмәтте Ҡоролтай почтаһына ебәрә.
Ә Фәрит Ҡадиров Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан легендар дивизияла хеҙмәт иткән бер нисә ауылдашы тураһында мәғлүмәт туплаған.
“Атайымдың ағаһы Ҡадиров Абдулла Бәхтиғәни улы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. 1943 йылдың февралендә Ворошиловград өлкәһе Чернухино станцияһы эргәһендәге аяуһыҙ алыштарҙа әсиргә эләгә. Туғаныбыҙ хаҡында мәғлүмәт Ҡоролтай тарафынан сығарылған белешмәлә донъя күрҙе. Был баҫма өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, күптән ошондай белешмә кәрәк ине”, - ти тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәрит Ҡадиров.
Фәрит Ҡадиров Башкавдивизияла хеҙмәт иткән яугирҙар тураһында тағы ла өҫтәлмә мәғлүмәт әҙерләгән. Проект дауам итә. Белешмә артабан да тулыланасаҡ.
Читайте нас