Юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙо иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ инспекторҙары йәш юл хәрәкәте инспекторҙары менән берлектә белем биреү учреждениелары янында рейдтарға сығасаҡ, ә белем усаҡтары педагогтары урамда һәм юлдарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрәсәк. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары «ПДД всем знать на пять», «Вместе мы сможем больше», «Дорожный талисман» иҫкәртеү акцияларында, «Беҙҙең хәүефһеҙ бала саҡ» фотомарафонында, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса викториналар, олимпиадалар, флешмобтарҙа ҡатнаша, йәйге йүнәлешле сменаларҙа ял итә лә ала.