Биш ҡатлы заманса ятаҡ 560 студентты һыйҙыра, унда барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Ятаҡты төҙөү тураһында ҡарар 2015 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Был эш «Мәғариф» милли проектының «Мәғариф экспорты» федераль проекты ярҙамында атҡарылды. Төҙөлөшкә федераль бюджеттан 306 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, шулай уҡ вуз үҙ “кеҫәһенән” 29 миллион һум йүнәлткән. Яҡын киләсәктә тағы бер корпус асыласаҡ.