"АРТ-Ҡоролтай" профессиональ үҫеш, иң яҡшы тәжрибәләр һәм ижади эксперименттар менән алмашыу майҙансығына әйләнергә тейеш. Форумды үткәреү мәҙәниәт өлкәһендә эштәрҙе, ваҡытында баһалау һәм ҡабул итеү өсөн йыл һайын уҙғарылыр тип көтөлә. Форумда ике тематик секцияның эше күҙ уңында тотола: театр-концерт ойошмаларының һөҙөмтәлелеген тикшереү, шулай уҡ матди булмаған рухи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү.
Бынан тыш, министр билдәләүенсә, 15 майҙан Өфөлә үткән байтаҡ мәҙәни саралар "АРТ-Ҡоролтай" форумы эгидаһы аҫтында үтәсәк. Был - "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк Фәриҙә Ҡудашеваның - 100 йыллығына ҡарата концерт, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Дон Кихот" операһының премьераһы һәм Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара опера фестивале, шулай уҡ Каруанһарай алдындағы майҙанда "XXI быуат славяндары" фестивале.
Тәүге ӘАРТ Ҡоролтай” Башҡортостан ошо йәйҙе ҡаршылай торған Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенсәлекле старт булды, тиергә мөмкин.