0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
24 Мая 2021, 10:06

Быйыл 19 меңдән ашыу кеше урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса имтихандар тапшырасаҡ.

Был – 11-се синыфты тамамлағандар, уҙған йылдарҙа уҡып бөткәндәр һәм колледжд студенттары. Берҙәм дәүләт имтиханын 17690 кеше тапшырасаҡ. Һайлап алынған иң популяр предмет булып профилле математика тора. Уны 11 меңдән ашыу кеше һайлаған. Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен – 6920, физиканы – 4467, биологияны – 3991, информатиканы 3724 кеше тапшырасаҡ. Информатиканан имтихан быйыл тәүге тапҡыр компьютерҙа эшләнеләсәк.

Башҡортостанда 1302 бала быйыл БДИ тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар урта белем тураһындағы аттестатты математикға менән урыҫ теленән сығарылыш имтихандарын биреп кенә аласаҡ. Был хаҡта БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Дәүләт һынау аттестатын уҙғарыу өсөн 164 урын әҙерләнгән. Быйыл 9-сы сииныфты тамамлаясаҡ 41 279 кеше рус теле менән математиканан һынау тотасаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле сығарылыш уҡыусылары теләк буйынса мотлаҡ ҡаралған бер генә предметтан имтихан бирә.
Республикала имтихандарҙы үткәреү өсөн өс ситуация үҙәге ойошторолған, унда йөҙҙән ашыу кеше эшләйәсәк. “СМОТРИЕГЭ” порталында 300 самаһы йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсе уҡытылған. Бынан тыш, быйыл 1489 йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән, 70 вуз студенты федераль йәмәғәт күҙәтеүсеһе итеп тәғәйенләнгән.
Быйыл 9-сы һәм 11-се класты тамамлағандарҙың имтихандары һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн ике республика мәғлүмәт сервисы ла эшен дауам итәсәк. Уның ярҙамында сығарылыш класс уҡыусылары үҙ эштәренең өлгөләрен күрәсәк.
Дөйөм алғанда, республика имтихандар үткәрергә әҙер. Уҡыусыларға уңыштар һәм яҡшы билдәләр теләйбеҙ!
Читайте нас