-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 10:22

Фольклориадаға 2 мең ҡатнашыусы киләсәк

Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһына 55 илдән 2 мең ҡатнашыусы килеүе көтөлә.

Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһына 55 илдән 2 мең ҡатнашыусы килеүе көтөлә.
Бөтә донъя Фольклориадаһына старт 3 июлдә “Өфө-Арена” майҙанында биреләсәк. Унда 800-ҙән артыҡ артист ҡатнаша. Ә 4 июлдән алып 9-ына тиклем форумдың төп концерт майҙаны – “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында, “Фольклориада йөрәге” фестивале үтәсәк.
Концерт көн һайын фольклор фестивале ҡатнашыусыларының сығыштарынан башланып, донъя кимәлендә танылыу яулаған коллективтарҙыҡы менән тамамланасаҡ. Улар иҫәбендә – “Русская песня” ансамбле, Кубань дәүләт академия казак хоры, “Вайнах” Чечен дәүләт бейеү ансамбле, Мәскәүҙең волынкала уйнаусылар оркестры, Рәсәй исеменән быйылғы “Евровидение”ла сығыш яһаған Манижа, Франциянан “Planteс”, Ҡаҙағстандан “Ulytau”, Рәсәйҙән "The Hatters” рок-төркөмдәре.
Программа республиканың баш ҡалаһы менән генә сикләнмәй. 22 муниципалитетта ла Фольклориадаға әҙерлек әүҙем бара.
Фестивалдең ҙур саралары телеэфир аша ла, интернет-майҙандарҙа ла, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә, яҡтыртыла. Байрамда 600 ирекмән эшләй. 10 июлдә шул уҡ амфитеатрҙа халыҡ-ара фольклор фестивален ябыу тантанаһы ойошторола. Республика Башлығы Фольклориаданың юғары кимәлдә үтеүенә һәм унда ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ныҡлы ышаныс белдерҙе.
Әйткәндәй. СНГ илдәренән Фольклориадала Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан ҡатнашырын раҫлаған. Европанан Франция, Италия, Австрия, Испания, Греция, Швейцария, Эстония, Венгрия, Болгария, Хорватия, Төньяҡ Македония, Польша, Черногория килә. БРИКС илдәренән – Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы (ЮАР); Яҡын Көнсығыштан – Израиль, Фәләстан, Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәре; Латин Америкаһынан – Мексика, Чили, Колумбия. АҠШ делегацияһы, Африканан Мысыр менән Алжирҙыҡылар ҙа килергә ниәт тота.
Читайте нас: