Был исемлекте Британияның «Кью Эс» компанияһы төҙөй. Башҡортостандың уҡыу йорто донъяның 1300 алдынғы вуздары араһында 701-се баҫҡыста. Рейтингта Рәсәйҙең 48 юғары уҡыу йорто ингән. Улар араһында Өфө дәүләт аваиация техник университеты 25 урында килә. Баһа алты йүнәлеш буйынса бирелә. Вуздар академик репутация, уҡытыусыларҙың студенттарға ҡарата һаны, эш биреүселәр араһындағы абруйы, сит илдәрҙән килгән студенттар һәм уҡытыусылар һанына ҡарап баһалана.