-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 13:26

Мәктәп йәшендәгеләр өсөн махсус курс

Стәрлетамаҡ ҡалаһының заманса кадрҙар үҙәгендә мәктәп йәшендәгеләр өсөн махсус курс эш башланы. Милли проект сиктәрендә ул былтыр тулы яңырыу кисергән. Үҙәктең бер йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда йөҙҙән ашыу кеше эш урынын тапҡан.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының заманса кадрҙар үҙәгендә мәктәп йәшендәгеләр өсөн махсус курс эш башланы. Милли проект сиктәрендә ул былтыр тулы яңырыу кисергән. Үҙәктең бер йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда йөҙҙән ашыу кеше эш урынын тапҡан. Мәктәп уҡыусылары һөнәр серҙәренә төшөнә. Сығарылыш синыфындағылар өсөн ул бик тә мөһим. Сөнки, оло тормоштағы тәүге аҙымдар уҡыу йортон һайлағандан башлана. Ошо тәңгәлдә, былтыр яңыртылғандан һуң асылған Стәрлетамаҡ ҡалаһының кадрҙар үҙәге балалар менән эш башланы. Улар менән баш белгес-психологтар шөғөлләнә.
Ябай аралашыуға ҡоролған осрашыу. Тағы ла аңлайышлы булһын өсөн ул уйын рәүешле лә алып барыла. Төп маҡсат һөнәрҙе вазифанан айырыу. Сара һуңында психологик тест та тапшырыу ҡаралған. Уҡыусының ҡыҙыҡһыныуынан сығып, ярашлы һөнәр билдәләнә.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта заманса кадрҙар үҙәге былтыр барлыҡҡа килә. Бинаны яңыртыуға, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 40 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Бындай заманса үҙәк Башҡортостанда берҙән-бер булып ҡала.
Читайте нас: