Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар сығышы менән Баймаҡтың Икенсе Этҡол ауылынан. Беренсе кластан бергә уҡыйҙар. Мәктәптәге дуҫлыҡ артабан оло мөхәббәткә әйләнеп, 1992 йылда өйләнешәләр. Балалары Илсиә, Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә, Камил. Иң өлкән ҡыҙҙарына 27 йәш булһа, бәләкәйҙәре Камилға әле биш йәш. Әйткәндәй, Илсиә ата-әсәһен олатай-өләсәй ҙә иткән, ул ире менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡта эш сәфәре менән булғанда ғаиләгә ошондай вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ үтәлде: Боҫҡоновтарға автобус асҡысын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.