Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға йүнәлтелгән закон үҙ көсөнә инде
Үҙгәрештәр медицина ҡаралыуына ҡағылды.
Үҙ көсөнә ингән законға ярашлы, медицина ҡаралыуынан ҡайһы бер призывниктар азат ителә.
Закон үҙ көсөнә ингәнгә тиклем, йәғни, 2021 йылдың 6 июненә тиклем, хәрби хеҙмәткә яраҡлы булған, ләкин уҡыуы, ғаилә хәле буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыу ваҡыты оҙайтылған бөтөн призывниктар ҙа, әрме хеҙмәтендә йөрөмәһә лә медицина комиссияһы үтергә тейеш ине.
Ә хәҙер хәрби хеҙмәткә саҡырылыу ваҡыты оҙайтылыуы һаулыҡ торошо менән бәйле булмаған призывниктарға медицина тикшерелеүе мотлаҡ булмаясаҡ.