+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 21:01

Бала мәктәпкә бармаһа ла, 10 мең һум аҡсаны алып буласаҡ

Быйыл Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында ил Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусыларына, шул иҫәптән беренсе класҡа барған балалар өсөн мәктәпкә әҙерләнеүгә бер тапҡыр 10 мең һум аҡса биреләсәк тигәйне. Бөгөн Президенттың халыҡ менән тура бәйләнеше барышында йәнә ошо мәсьәлә күтәрелде.

Һорау түләү кемгә ҡағыла тип яңғыраны. Владимир Владимирович белдереүенсә, түләүҙе алты йәше тулып та балалары мәктәпкә бармаған ата-әсәләр ҙә аласаҡ.
– Был турала Хөкүмәттә лә һорауҙар күп булғайны. Балаға алты йәш тулған, ә ул төрлө сәбәптәр арҡаһында быйыл мәктәпкә бармай, ти. Барыһы ла алһын. Тик был аҡса бер тапҡыр ғына түләнә һәм уны баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн тотоноу яҡшыраҡ булыр ине, – тине Владимир Путин.
Был аҡсаны алты йәштән 18 йәшкә тиклемге балалары, шулай уҡ дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыуын дауам иткән 18-ҙән 23 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙың ата-әсәһе, опекундары йәки попечителдәре ала аласаҡ. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки Пенсия фондына алып барып бирергә була.
Түләү алыр өсөн 15 июлдән 1 ноябргә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән саҡта өҫтәмә документтар йыйыу кәрәк булмаясаҡ. Был аҡсаны илдә 20 миллиондан ашыу баланың ата-әсәһе ала аласаҡ.
Читайте нас: