-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2021, 15:08

Бала бәшмәк ашап үлә

Малай июнь айында ата-әсәһенән йәшереп ихаталарында үҫкән бәшмәкте ашай.

Бала бәшмәк ашап үлә
Бала бәшмәк ашап үлә

Башҡортостандың Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге ете йәшлек баланың үлеменә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлай. Малай июнь айында ата-әсәһенән йәшереп ихаталарында үҫкән бәшмәкте ашай. Хәле насарайғас уны район дауаханаһына алып китәләр, хәле яҡшырмағас Өфөгә ебәрәләр, ахырҙа һуңынан Мәскәү дауаханаһына оҙатырға тура килә сабыйҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме генә медицина ярҙамы күрһәтмәһәләр ҙә, бала вафат була.  Әле тикшереү бара, фажиғәнең хәл-сәбәптәре асыҡлана. 

фото "Башинформ"

Автор: Интернет
Читайте нас