“Өфө-Арена”ла барған грэпплинг буйынса ярыштарҙа Башҡортостан спортсылары Аделина Мырҙабаева менән Валерия Давыдова командабыҙға ике миҙал килтерҙе.
Аделина Мырҙабаева 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә хәл иткес алышта ҡаҙаҡ спортсыһы Арузхан Йылҡыбаева менән осрашты. Икеһе лә беренселек өсөн тырышты, тик башҡорт спортсыһы күпкә сәмлерәк, ныҡышыраҡ булып сыҡты. Әйткәндәй, бөгөн Аделина Мырҙабаеваның һеңлеһе Каринаның да алтын миҙал яулауы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Валерия Давыдова иһә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә икенсе урынға өлгәште. Шулай итеп, Башҡортостан спортсылары бөгөн өс миҙалға лайыҡ булды.
Рәсәй командаһы, ғөмүмән, 655 мәрәй туплап, дөйөм иҫәп буйынса беренсе урында килә. Икенсе урында – Ҡаҙағстан, өсөнсө урында – Испания.