Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында көрәштең Олимпия төрҙәре буйынса донъя чемпионаты башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1000-дән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынашасаҡ.
Өфө донъяның иң көслө спортсыларын йыйҙы һәм беҙ был чемпионатта бер нисә йылдан һуң Париждағы Олимпия уйындарында “йондоҙ” булып балҡыясаҡ спортсыларҙы күрәсәкбеҙ.