Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы булдырылыуы йәш һәләттәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырырға, шулай уҡ ситтән уҡыусыларҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Был турала Башҡорт дәүләт универститының социология һәм йәштәр менән эшләү бүлеге доценты Гүзәлиә Әсәҙуллин белдерҙе. Өфөлә студенттар өсөн бындай биләмә булдырыуҙы Рәсәй хөкүмәте хупланы. Ул Башҡорт дәүләт университеты бинаһы янында урынлашасаҡ, тине ул.