«Чемпионат барышында бер нисә предприятие менән килешеү төҙөләсәк. Мәҫәлән, Башҡортостанда пилотһыҙ технологияларҙың авиация кластеры булдырыласаҡ. Был кластер эсенә 6 предприятие инә. Инвестицияларҙың күләме – 2 миллиард һумдан ашыу. Проект пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүҙе яйға һалыуға, компетенциялар үҙәген асыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ чемпионатҡа алынған тент конструкциялары муниципалитеттарға бүленеп биреләсәк. Уларҙы ауыл хужалығы проекттарында, конгресс-күргәҙмә майҙансыҡтарҙа ҡулланырға мөмкин. Шулай итеп, профессиональ мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһы 70 процентҡа яңырасаҡ. Биш меңдән ашыу импорт ҡоролмаһы беҙҙең колледждарға урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, колледждарҙа оҫтаханалар һаны 200-гә артасаҡ».
WorldSkills Russia милли финалы — Рәсәйҙә WorldSkills стандарттары буйынса иң ҙур масштаблы һөнәри оҫталыҡ ярыштары. Унда 16-25 йәшлек юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары һәм 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Сара «Мәғариф» милли проектының «Йәш һөнәрмәндәр» проектына ярашлы йыл һайын уҙғарыла. Быйыл ул 25-29 августа Өфөлә үтә. Башҡортостан командаһы 103 компетенция буйынса көсөн һынаясаҡ. Уның составында 498 кеше, шуларҙың 280-е – конкурсанттар, 218-е – эксперттар. Бөтәһе Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнашыуы көтөлә. Улар 105 компетенцияла оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәтләндереү өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.