-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2021, 09:11

Киләһе йыл Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөнөң Совет майҙанында фонтан эшләй башланы. Киске ваҡытта ул сағыу төҫкә инә, музыка уйнай. Һыу алты метр бейеклеккә тиклем урғыла. Заманса йәмәғәт биләмәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Киләһе йыл Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл  ҡуйыласаҡ
Киләһе йыл Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Ҡасандыр машиналар менән тулы майҙанды хәҙер танырлыҡ та түгел, халыҡҡа яңы ял урыны булдырыла. Был күләмле реконструкция эштәренең тәүге этабы ғына. Биләмәлә киләһе йыл 112-cе башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡуйыла. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса скульптор Салауат Щербаковтың проекты иң уңышлыһы тип табылған. Биләмәне колонналар теҙмәһе менән байытыу ҡаралған.

Баш ҡаланың ҡайһы паркын, тәү сиратта, төҙөкләндерегә кәрәк? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә өфөләр араһында һорау алыу һәм тауыш биреүгә старт бирҙе. Әлегә илле меңдән ашыу кеше үҙ фекере менән уртаҡлашҡан.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас