

10 сентябрҙә милли кейем әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында балалар милли кейемен әҙерләү буйынса ижади лаборатория эшләйәсәк. Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башланасаҡ сараға Рәсәй төбәктәренән дә вәкилдәр киләсәк. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Юлай Ғәлиуллин һәм Сәрүәр Аслаева,тәбиғи туҡымаларҙан этник кейем тегеү оҫтаханаһы етәксеһе Алһыу Кинйәбаева, "Тамға-2020" конкурсының баһалама комиссияһы ағзалары спикер булараҡ ҡатнашасаҡ.