

Радий Хәбировтың бөгөнгө "тура бәйләнеш"е барышында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү проекттары тураһында һорау бирҙеләр. Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе был темаға ҙур иғтибар бүлә, кешеләр яҡшы шарттарҙа йәшәһен өсөн бар көсөн һала.
“Иң мөһиме - был аҡса файҙаға тотонолһон. Башҡортостанда заманса киңлектәр барлыҡҡа килә башланы. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ижади ҡараш артты. Мин әле Бәләбәй өсөн ҡыуанам, уларҙың “Шишмәләр” паркы бик матур. Биләмәләр артабан да төҙөкләндереләсәк, үҫеш буласаҡ", – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе был теманы даими иғтибарҙа тотоуын әйтте. Әле ул Өфө парктары мәсьәләһе менән етди шөғөлләнә. Ҡайһыларын тәү сиратта төҙөкләндереү буйынса халыҡ фекерен иҫәпкә алыу өсөн әле һорау алыу бара. Өфөлә Ағиҙел яры буйы ла яңы һулыш көтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡараһы эштәр күп.