Елән – оҙон еңле, оҙон итәкле, йоҡа эслек ҡуйып тегелгән башҡорт халыҡ кейеме. Уның бер нисә төрө бар.
Ирҙәр еләне, ғәҙәттә, тура төшөрөп һәм киң итеп тегелә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы билләп, итәге аҫҡа табан киңәйтеп тегелә.
Элек-электән башҡорттар араһына ҡунаҡҡа килгән ғалимдар, сәйәхәтселәр башҡорттарҙың тышҡы ҡиәфәтен һәм традицион кейемен тасуирлағанда йыш ҡына еләнде телгә алған.
Ир-егеттәр еләне тоноҡ төҫтәрҙәге кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән. Хәллерәк кешеләр хатта бәрхәт, ебәктән, шулай уҡ аҡ атлас тауарҙан тектергән. Еләндең ең остары, итәк ситтәре, яғалары ҡыҙыл буҫтауҙан, төрлө орнаменттар, милли нағыштар һәм ҡиммәтле ҡунысбауҙар менән эшләнгән. Ир-ат еләнде, ғәҙәттә, иҙеүҙәрен асып, ҡайһы берҙә оҙон билбау (ҡәмәр) менән бәйләп, бишмәт йә кәзәкей өҫтөнән кейгән.
Ҡатын-ҡыҙ еләнен һәр саҡ юғары баһаланған бәрхәттән, ҡара сатиндан, ебәктән, йә тула-буҫтауҙан теккәндәр, ғәҙәттә бер төҫтәге туҡыманан. Ең һәм итәк ситтәрен, түш тирәләрен биҙәү өсөн сағыу төҫтәге (ҡыҙыл, йәшел, күк) таҫмалар ҡулланылған, уларҙы уҡа менән сиратлаштырғандар. Ҡатын-ҡыҙ еләндәрен сыңлап торған тәңкәләр, төрлө тамғаларҙы һәм билдәләрҙе нағыштар, тәбиғи таштар, сәйлән-мәрйендәр менән биҙәгәндәр. Бындай биҙәүестәр гүзәл затты яман көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә сағыу төҫтәге өсмөйөш һыҙаттарға өҫтөнлөк биргәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ еләнен бишмәт, кәзәкей, күлдәк йә камзул өҫтөнән иҙеүен асып та, билбау менән быуып та кейгәндәр.