16-19 сентябрҙә Таулы Алтайҙа Алтай республикаһының 30 йыллығы айҡанлы сәсәнлек сәнғәте һәм эпик мираҫ буйынса халыҡ-ара ассамблея ойошторолдо. Унда БДПУ-ның Сәсәндәр мәктәбе ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды (етәксеһе - билдәле ғалимә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева).
Йәш сәсәндәр бәйгегә «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр тәҡдим иткән. Конкурс жюриһы уларҙың сығышын бик юғары баһалаған, рәхмәт һүҙҙәре белдергән. Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡараҡалпаҡстандан, Яҡут һәм Тыва республикаларынан тиҫтәләгән атаҡлы һүҙ оҫтаһы бәйге тотҡан.
Конкурстан тыш, төрлө сара уҙғарылған, «Евразия халыҡтарының сәсәнлек сәнғәтен һәм эпик мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү» темаһы түңәрәк өҫтәл үткән. Унда филология фәндәре докторы, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева һәм БР Халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сығыш яһаған.