Яңы тормошҡа ашырылған Пушкин картаһын бары тик “Госуслуги” порталында ғына алырға була, артабан ”Госуслуги.Культура” ҡушымтаһын гаджетығыҙға теркәгеҙ, саралар исемлеген иһә, «Культура.РФ» порталында таба алаһығыҙ.
Пушкин картаһы 14-22 йәшкә тиклемге йәш кешеләр өсөн булдырылған.
Карта буйынса алынған билеттар аныҡ исемгә яҙыла. Сараларға алынған билеттар ҙа аныҡ исемгә теркәлә. Икенсе исемгә алынған билеттар менән мәҙәниәт учреждениеларына инеп булмаясаҡ.
Шулай уҡ, карта бер ҡайҙа ла һатылмай, алыштырылмай һәм өсөнсө кешегә ҡулланыуға бирелмәй.
Үҙегеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн, яңы уйлап табылған Пушкин картаһын телгә алынған порталда ғына алығыҙ.
һылтанма: https://www.culture.ru/