Минең яратҡан уҡытыусым.
Уҡытыусы - ул беҙҙең икенсе әсәй кеүек. Ул беҙҙе яҙырға, уҡырға, киләсәктә дөрөҫ юлға баҫырға өйрәтә. Минеңсә, уҡытыусы булып эшләүе бик еңелдән түгел, сөнки улар балаларға үҙҙәренең булған белемен бирергә тырышалар. Унан башҡа, улар беҙҙе киләсәктә яҡшы кеше буларға өйрәтәләр.
Ә минең уҡытыусым бигерәк тә миңә оҡшай.
Ул бик ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр алып бара, шуға ла мин көн һайын мәктәпкә йөрөйөм һәм тик яҡшы билдәләгә генә уҡырға тырышам. Беҙ көн һайын яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алабыҙ, ул беҙгә төрлө саралар ойоштора. Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙө менән беҙҙе мәктәптә ҡаршы ала, ә дәрестәр аҙағында, алсаҡ йөҙө менән беҙҙе өйгә оҙатып ҡуя.
Әлбиттә ул беҙҙе һәр ваҡыт укытмай, артабан, бер нисә йылдан беҙ мәктәпте тамамлайбыҙ, икенсе ерҙәргә уҡырға инәбеҙ, ләкин ул һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә яғымлы һәм иң яратҡан уҡытыусыбыҙ булып ҡаласаҡ.
Минең уйлауымса, уҡытыусы булып эшләүе исынлап та бер бөйөк эш, уның өсөн бик уҡымышлы һәм түҙемле булып кәрәк. Бәлки шуға ла ҡытыусыларға бағышлап бик күп шиғырҙар һәм йырҙар яҙылғандыр. Шиғырҙарға килгәндә, "Аманат" журналынан бер өҙөк яҙырға булдым.
Үҙ балаңдай күреп беҙҙе,
Өләшәһең күңел яҡтыһын.
Ауыр саҡта йылы һүҙҙәр табып,
Төҙәтәһең бала хатаһын
Ильгизәр Назаров
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының 3-сө синыф уҡыусыһы.